Өфө Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын ҡабул итергә әҙерләнә

  Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  белдереүенсә, был форум Башҡортостан өсөн йылдың төп ваҡиғаһы. Уны иң юғары  кимәлдә  үткәрергә  кәрәк. Форумда  төрлө  мәсьәләләр ҡарала. Иҡтисади, социаль, гуманитар һәм мәҙәни проблемалар күтәрелә.  Беларусь вәкилдәре  Башҡортостан һәм  илдең башҡа төбәктәре менән таныша. -Дуҫлыҡ  һәм  яҡты  киләсәккә  ышаныс  байрамы була, - тине  Радий  Хәбиров.