Башҡортостанда түләүле парковка өсөн хаҡ билдәләнде

  Транспорт һәм  юл хужалығы  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡарар проекты  әҙерләнгән. Уға  ярашлы,  парковка  өсөн түләү  сәғәтенә  иң күбе  57 һум булырға тейеш.  Өфөлә  түләүле  парковка  системаһын  2022 йылда ҡабул итергә  теләнеләр.  Әммә  властар был  ҡарарҙан баш тартты. Санкция шарттарында  халыҡҡа өҫтәмә  ауырлыҡ  кәрәкмәй, тип  белдерелде.