Башҡортостанда йәшәүселәрҙең мөлкәт һалымы буйынса дөйөм бурысы 2 миллиард һумға етә

Уның күпселек өлөшө башлыса транспорт һалымына тура килә. Һалым органдары суд приставтары менән берлектә бурыслылар буйынса рейдҡа сыға. Йыл башынан алып 1 миллиард 200 миллион һумға 2 меңдән ашыу төрлө мөлкәт ҡулға алынған.

Өфөләге сираттағы рейд барышында 5 бурыслының автомобилдәренә арест һалынды. БМВ, Фольксваген, Тойота, Джип Град Широке, Хонда машиналары хужаларының бюджетҡа 3 миллион һумлыҡ бурысы йыйылған. Ҡулға алынған мөлкәт баһаланып, ҡаҙна иҫәбенә алынды. Рейд барышында барлығы 300 миллион һумға бурыс ҡайтарылды. Республика район-ҡалаларында рейдтар 2023 йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.