Башҡортостандың Халыҡ артисы Роберт Юлдашев Иглин ауылының һәләтле балалары менән осрашты

Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге музыка мәктәбендә ойошторолған сарала ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтте. Виртуоз ҡурайсы милли музыка ҡоралының тарихы менән таныштырҙы, башҡорт теле, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләне. Музыка мәктәбенең Руслан Кирамов класы уҡыусылары концерт номерҙары күрһәтте. Осрашыу аҙағында Роберт Юлдашев башҡорт халыҡ йырҙарын ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе.