18-ҙән 35 йәшкә тиклем идеялы йәштәрҙе туплаған проект өс көн дауам итә. «Смарт-тау» инновация майҙансығында йәштәр социаль йүнәлешле идеяларын яҡлай. Социаль йүнәлешле проекттарҙы тәҡдим итеүселәр йылдан-йыл арта. Башҡортостан йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге ойошторған йыйында быйыл 150-нән ашыу кеше ҡатнаша.
Форум проект эшмәкәрлеген хуплауҙан тыш, йәштәр мөхитенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн шарттар булдыра, социаль -иҡтисади пректтарҙы тормошҡа ашырыуҙа көслө команда туплай. Форум сиктәрендә йәштәр профессиональ тренерҙар, сәйәсмәндәр, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалим һәм эшҡыуарҙарҙың эксперт фекере менән таныша. Башҡортостан йәштәре тәҡдим иткән уникаль социаль проекттар Бөтә Рәсәй форумдарында уңыш ҡаҙанып грант яулай. Иң яҡшы йәштәр проекттары артабан грантҡа тәҡдим ителәсәк.