Контракт төҙөргә теләүселәр баш ҡаланың Кувыкин урамындағы 27-се йортҡа килә ала. Был ирекле батальондар төҙөү өсөн ойошторолған өсөнсө штаб.
Үҙәк рәсми асылмаған, әммә документтар тултырыусы егеттәр бар. Уларға тәжрибәле хәрбиҙәр һәм штаб юристары ярҙам итә. Сөнки контракт төҙөргә килеүселәр араһында армия хеҙмәте менән бөтөнләй таныш булмағандар ҙа килгән.
Шулай ҙа һәр теләгән кешене хәрби операцияға оҙатмайҙар. Батальондарға яҡшы физик әҙерлеге булған ирҙәрҙе генә һайлайҙар. Һуңынан улар илдең хәрби частәрендә күнекмәләр үтә. Яңы асылған штабта «Башҡортостан» полкын тулыландырыу өсөн егеттәр туплана.
Үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға ҡушылырға теләүселәр 8 987 135 17 76, 8 917 735 09 98, 8 917 735 29 10 телефон һандарына шылтыратып консультация үтә ала.