Ишембайҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға маскировка селтәрҙәре үреү буйынса ирекмәндәр төркөмө булдырылған

Ишембай ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға маскировка селтәрҙәре үреү буйынса ирекмәндәр төркөмө булдырылған. Ҡул эштәре оҫтаһы Әлмира Шәрәфетдинованың изге башланғысын район хакимиәте етәкселеге күтәреп алған.

Башта гүзәл заттар балалар ижады йортонда, китапханала эшләһә, яңыраҡ ойоҡ фабрикаһы бүлгән бинаға күскән. Барлыҡ материалдар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һатып алына. Әҙер максировка селтәрҙәрен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙә эшҡыуарҙар союзы ярҙам итә.