Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһы лазерлы коагуляция аппараты менән тулылынған

Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының офтальмология бүлеге донъя стандарттарына яуап бирә. Күптән түгел һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лазерлы коагуляция аппараты менән тулылынған. Был төр ҡоролма республиканың тик бер нисә дауаханаһында файҙаланылыуы билдәле. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ул медицина белгесенең, шулай уҡ пациенттың да ваҡытын артыҡ сарыф итмәҫкә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә, әмәлиәттән һуң да кеше тура өйөнә ҡайтарыла. Яңы ҡоролма күптән түгел ҡулланылыуына ҡарамаҫтан, пациенттар араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Сөнки, был төр аппарат республикала тик бер нисә генә. Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының офтальмология бүлеге, донъяуи дауалау алымдарынан ҡалышмай. Диагностика кабинетындағы томограф та шулай уҡ дауахананың һуңғы яңылыҡтарының береһе.

Килгән пациенттың күҙҙәренә беҙ 5-10 секунд эсендә анализ бирә алабыҙ. Томограф ярҙамында күҙҙең селтәрле шекәрәһен төшөрөп, ундағы үҙгәрештәрҙе төҫмөрләргә мөмкин. Тайпылыштар табылған осраҡта пациент шунда уҡ станционарға ебәрелә. Йә иһә беҙҙең бүлектә диагностиканан юғары технология алымдары менән дауалауҙың тулы циклы алып барыла.

Аркадий Александров, медицина фәндәре кандидаты

Юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә бигерәк тә офтальмология бүлеге белгестәре тәжрибәле. Уңыш сере Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙә. 8-се ҡала клиник дауаханаһы нигеҙендә урынлашҡан кафедрала студенттар белем эстәп кенә ҡалмай, ғәмәли тәжрибә лә туплай.

Шулай уҡ күҙҙең микрохирургия бүлегендә профессиональ белемен нығытыусылар байтаҡ. Эшләргә шарттар ҙа тыуҙырылған. Пациенттар ағымы ла көслө.

Әлеге операция биш минут эсендә тамамланды. Пациент артабан өс-биш көнгә табип күҙәтеүендә ҡалһа, ә офтальмолог-хирург сираттағы әмәлиәткә әҙерләнә. Резеда Шафиҡова ҡулы аша ғына мәҫәлән, көнөнә тиҫтәләп кеше үтә.

Операция өҫтәленә ятмаҫ өсөн табиптар ваҡытында белгескә мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Офтальмологта даими рәүештә күҙәтелеү күҙ сирҙәренең аҙыуына кәртә булып тора.

Азат Ғәлиуллин