Бәйгелә республиканың төрлө район-ҡалаларынан 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Конкурс 4 номинацияла, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар араһында уҙҙы.
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы 2010 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ ижады байрамында 7 меңдән ашыу бала үҙ көсөн һынап ҡарап, һөйләү оҫталығын арттырған. Быйыл да бәйгелә әкиәттәр төрлө телдәрҙә яңғыраны.