Республика мәшғүллек үҙәге аша үҙ эшен асырға теләүсе граждандарға киң мөмкинлектәр

Бизнес-план яҡлап, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башларға теләүселәр дәүләттән стартап алыу мөмкинлеген эйә. Ярҙам алып, үҙ эшен башлауысылар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Татьяна Лебедь 2017 йылға тиклем сауҙа өлкәһендә эшләй. Әммә үҙенең күңеле тартҡан шөғөлөнә -эбоксит ыҫмала техникаһы ярҙамында йорт интерьерын биҙәү өсөн йыһаздар етештереүгә тотона. Улы мәшғүллек хеҙмәте аша үҙ эшен асыуға хөкүмәттән субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында әйтә. Татьяна был форсаттан файҙаланырға була. Дәүләт ярҙамының һөҙөмтәһе - рәссам үҙ ҡулдары һәм фантазияһы менән ижад иткән көҙгөлө картиналар, сәғәттәр, шахмат, паннолар. Яҡын киләсәктә шәхси студия асыу ниәте лә бар.

Хөкүмәттән 153 мең 504 һумлыҡ стартап ярҙамында үҙемә ижад өсөн кәрәкле булған быяла киҫеүгә ҡорамалдар, ике төрлө шымартыу машинкаһы, материалдар һатып алдым.

Татьяна Лебедь, эшҡыуар-рәссам

Башҡортостанда эшһеҙҙәргә бизнесҡа юл асыу программаһы 2009 йылдан ғәмәлдә. Программа сиктәрендә граджандар эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре хаҡында белем ала. Документтар рәсмиләштергәндә компенсациялар алыу мөмкинлегенә эйә.

Батыр Илмөхәмәтов шахмат түңәрәгенә бик теләп йөрөй. Тренеры Рәйсә Сираева уның тырышлығын күреп һәр ваҡыт еңеүгә дәртләндереп тора. Әлегә еңеү мәрәйендә ике миҙалы бар.

Затон биҫтәһе Әхмәтов урамының күп фатирлы йортонда урынлашҡан шахмат мәктәбен тренер Рәйсә Сираева дәүләттән бер тапҡыр күрһәтелә торған финанс ярҙам алғандан һуң асҡан. Утыҙҙан ашыу малай һәм ҡыҙ унан шахмат уйнау серҙәренә өйрәнә. Ата-әсәләр ҙә алыҫ тип тормай, балаларын уңышлы тренерға йөрөтә.

Шахмат мәктәбе булһынмы, йә хеҙмәттәр күрһәтеүме, туризмды үҫтереү һәм башҡа проекттарҙы яҡлау программаһына эшһеҙ граждандар «Рәсәйҙә эш» порталына ғариза яҙып ҡушыла ала.

Эшһеҙ ҡалған граждандарға ярҙам итеү программаһы менән былтыр 4300 кеше ҡулланған. Уларҙың 900 үҙ эшен асҡан. Быйыл иһә 153 мең һум күләмендә Хөкүмәттән бер тапҡыр күрһәтелә торған ярҙамды 125 кеше аласаҡ тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова