Өфөлә «дауахана клоундарын» әҙерләү буйынса семинар үтте

Уҡытыу Башҡортостан православ ҡатын-ҡыҙҙары берлегенең «Көлкө менән дауалаусылар» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Медицина учреждениеларында ауыр хәлдәге балаларға ярҙам саралары менән Санкт-Петербург ҡалаһынан «Кнопка» исемле клоун Анна Назарук таныштырҙы. Семинарҙы тыңлаусылар төркөмөндә ун ике кеше булды. Күбеһенең паллиатив бүлектәрҙә ирекмән булып эшләү тәжрибәһе бар.

Минеңсә, клоун булырға өйрәтеп булмай. Теләге булған һәр кем үҙҙаллы ла клоун була ала, эске баланы уятырға ғына кәрәк. Мин ул баланы сығарырға ярҙам итәм, эш ҡоралдары - фокустарға, шарҙан төрлө фигуралар яһау серҙәренә өйрәтәм.

Анна Назарук, «Клоунадо» ойошмаһы клоуны, Санкт-Петербург

Тәүге дәрестә клоун образына инер өсөн үҙебеҙгә исем һайланыҡ. Мин «Тяпа» булам. Семинар оҡшаны. Балалар, уларҙың ата-әсәләре, табиптар менән дөрөҫ аралашырға, этикаға өйрәндек.

Земфира Сөләймәнова, семинарҙа ҡатнашыусы

Семинар тыңлаусылары өс көн дауамында алынған белемде башҡа ирекмәндәргә лә таратасаҡ. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, дауахана клоундарына ихтыяж юғары.

Көлкө менән дауаларға мөмкин тигән ҡараштабыҙ. Яңы Хәйриә проекттары барлыҡҡа килер тип ышанам. Клоундар ярҙамында балаларҙа дауахана тормошона икенсе ҡараш булдырырға ине. Унда ла күңелле булырға мөмкин.

Елена Мурко, семинарҙы ойоштороусы