Уларҙы 28 июнгә тиклем тапшырырға мөмкин. Ведомство етәксеһе Айбулат Хажин белдереүенсә, Республика Башлығы Указы менән 2021 йылдан йәш ғалимдарға гранттар булдырылды. Уларға ярҙам өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 30 миллион һум бүленә. Шул иҫәптән 10 аспирантҡа 500 мең һум, 10 фән кандидатына 1 миллион һумлыҡ грант ҡаралған.