Башҡортостан урман биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә саралар күрелә

Был турала Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Янғын хәүефе тураһында иҫкәртеүсе яҙмалар урынлаштырыла, урман юлдарында шлагбаумдар ҡуйыла. 163 биләмәгә инеү урыны ябыла. Башҡортостанда әле янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Уның ваҡыты сикләнмәне, айырым күрһәтмә менән бөтөрөләсәк.