Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Үзбәкстанда сығыш яһай

Бөгөн Ташкентта СССР-ҙың һәм Үзбәкстандың халыҡ артисы Мөкәррәм Торғонбаеваның 110 йыллығына бағышланған тантаналы концерт була. Ул республиканың “Бахор” дәүләт ансамбленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Бөгөн коллектив танылған бейеүсенең исемен йөрөтә. “Бахор” Үзбәкстандың ғорурлығы һәм милли ҡаҙанышы булып иҫәпләнә. “Ташкент сәхнәһендә бейеү оло мәртәбә”, ти Фәйзи Ғәскәров ансамбле етәксеһе Нәзир Байегетов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт