Башҡортостанда инвалидтарға ер биреү буйынса яңы тәртип раҫланды

Республика Хөкүмәте ултырышында документ проекты ҡаралды. Федераль ҡануниәткә ярашлы, инвалидтар беренсе сиратта ер алырға хоҡуҡлы. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғаризаны электрон тәртипкә йәки почта аша ебәрергә була. Яуап 20 көн дауамында бирелергә тейеш. Республикала 48 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Улар йорт төҙөлөшө өсөн ер алырға хоҡуҡлы.