Өфөлә Пугачев урамын төҙөкләндереү планға ярашлы бара

Транспорт һәм  юл хужалығы министрлығынан  хәбәр итеүҙәренсә, эштәр бер юлы  ике йүнәлештә алып барыла. Әле газ торбалары, электр сымдары һуҙыла. Реконструкциянан һуң Пугачев урамы 4 һыҙатлы була. Эштәрҙе киләһе йылда  тамамлау  көтөлә.