Башҡортостандың элекке прокуроры урынбаҫары ришүәтселек өсөн ҡаты режимлы колонияла 17 йылға иркенән мәхрүм ителде. Асыҡланыуынса, Олег Горбунов аралашсылар аша законһыҙ рәүештә енәйәт эшен туҡтатыу, йә иһә асыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ итеү өсөн 300 мең һумдан 8 миллион һумға тиклем аҡса алған. Дәүләт ғәйепләүен Рәсәй Генпрокуратураһы һәм Мәскәү прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренән торған ғәйепләүселәр төркөмө хуплаған.
Горбуновҡа ҡарата 40 миллион һум штраф менән 17 йылға ҡаты режимлы колонияла иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарылған. Ул шулай уҡ 12 йыл дауамында хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү хоҡуғынан ситләштерелгән. Горбуновтың әшнәләре 5 йылдан 16 йылға тиклем ҡаты режимлы колонияла иркенән мәхрүм ителгән. Улар шулай уҡ ҙур күләмдә штраф түләргә тейеш.