Ҡалтасы районында сыҡҡан көслө янғын ҡамауға алынды

Был турала Башҡортостандың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу-методик үҙәгендә хәбәр итә.Ҡуян ауылы эргәһендә ут 28 майҙа сыға. Янғын һүндереүселәргә ярҙамға ирекмәндәр ҙә ҡушыла, Ка-32 вертолеты йәлеп ителә. Янғын 20 гектар майҙанға таралып өлгөргән . Ауыл биләмәләре зыян күрмәгән.