Өфөлә кирбестәр ишелеп төшөп зыян күргән автомобиль хужаһына компенсация түләнәсәк

Был хаҡта баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте хәбәр итә. Көслө дауыл һөҙөмтәһендә дүшәмбе Мөхәмәт Исҡужин урамындағы йорттоң ихатаһында вентиляция каналының бер өлөшө «Kio Rio» автомобиленә ишелеп төшә. Кешеләр араһында йәрәхәтләнеүселәр юҡ, әммә машина ныҡ ҡына зыян күргән Төҙөлөш компанияһы зыянды ҡапларға әҙер булыуы хаҡында белдергән. Йортта газ менән тәьмин итеү ваҡытлыса туҡтатылған.