Өфөлә билдәле диктор йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Республиканың арҙаҡлы улының исемен мәңгеләштереү сараһында шәхестең ғаиләһе, коллегалары, дуҫтары, яҡташтары, Әхәт Мотаһар улын яҡын белгән замандаштары ҡатнашты.
Әхәт Мортазин 1996 -2018 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында хеҙмәт итә. Тап ошо йылдарҙа хөкүмәт, дәүләт, мәҙәни һәм спорт саралары уның ҡабатланмаҫ тауышы оҙатыуында үткәрелә. Үҙенсәлекле тауышы, радионың алтын фондында ҡалдырған яҙмалары бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай.
Әхәт Мотаһар улы Мортазин биш йыл элек арабыҙҙан китте. Әммә олуғ шәхес, талантлы диктор хаҡында йылы хәтирәләр онотолмай. Башҡортостан журналистары йыл һайын уның иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрә. Тыуған яғы Учалы районында мәктәп уҡыусылары араһында «Диктор тауышы» тип аталған республика конкурсы ойошторола. Тыуған ауылы Яңы Байрамғолда музей асылған, мәктәптең алдынғы уҡыусыларына Әхәт Мортазин исемендәге махсус премия тапшырыла.
Әхәт Мортазиндың халҡыбыҙға ҡалдырған мираҫы бик бай. Ул көндәлек эфирҙан тыш, тиҫтәләрсә уҡыусылар әҙерләне, әҙәби яҙмалар ҡалдырҙы, изге ғәмәлдәр ҡылды. Яҡты булмышы, ихласлығы, эшһөйәрлеге аша үҙен Башҡортостандың һәм халҡының лайыҡлы улы итеп танытты.
Гүзәл Борханова