Владимир Путиндың указы менән Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп Раил Шәйҙуллин тәғәйенләнде

Яңы етәксе менән таныштырыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Юғары суды судьяһы Александр Чевроткин ҡатнашты. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов дәүләт органының яңы етәксеһенә хеҙмәт таныҡлығын тапшырҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Юғары суд рәйесенә яуаплы вазифала уңыштар теләне.

Башҡортостандың Юғары суды рәйесе вазифаһына тәғәйенләнгән Раил Шәйҙуллин 25 йыл юридик стажға эйә, судья вазифаһында 19 йыл эшләй. Хеҙмәт юлы Татарстан республикаһы менән тығыҙ бәйле. 2020 йылдан Һамарҙа Дөйөм юрисдикция алтынсы кассация судының суд составы рәйесе була. Тарих фәндәре кандидаты.