Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында «Батырлыҡ дәресе» үтте

Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Альба» ҡушаматлы яугир хеҙмәттәштәре менән осрашты. Ул 20 йылдан ашыу Юл патруль хеҙмәте инспекторы булып эшләгән. Полиция капитаны вазифаһына тиклем күтәрелгәндән һуң, отставкаға китә һәм «Салауат Юлаев» исемендәге башҡорт батальоны сафында ил һаҡларға юллана. Чечняла барған хәрби бәрелештәрҙә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән яҡташыбыҙға яңыраҡ Миңлеғәле Шайморатов миҙалы ла тапшырылған.

Алғы һыҙыҡта ил именлеге өсөн көрәшкән яугир-яҡташтарыбыҙ тыуған яғына бүләк тә ебәргән. Ҡултамғалар ҡуйылған Донецк Халыҡ республикаһы флагы менән «Салауат Юлаев» батальоны шеврондары Юл патруль хеҙмәте музейына тапшырылды.

Беҙҙә йәш хеҙмәткәрҙәр күп, шуға күрә хәрби һәм илһөйәрлек тәрбиәһе мөһим урын алып тора. Бындай осрашыуҙар өлгө күрһәтеү, лайыҡлы хеҙмәт итеү өсөн кәрәк тип уйлайбыҙ.

Руслан Сафуанов, Өфө Юл патруль хеҙмәте полкы командиры урынбаҫары