Биш меңдән ашыу студент быйылғы йәйҙе файҙалы үткәрәсәк

Студент отрядтары вәкилдәре - юғары һәм махсус һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары эшкә юлланды.

2015 йылда республикала Рәсәй студент отрядтарының төбәк бүлеге тергеҙелде. Ошо осорҙан ҡыҙҙар һәм егеттәр йәйге каникул ваҡытында төрлө ойошмаларға эшкә төшә. Студенттар балалар лагерҙарында тәрбиәселәр, поезд проводниктары, Рәсәй курорттары хеҙмәткәрҙәре булып эшләй, «Газпром», «Роснефть» кеүек эре предприятиеларҙа тәжрибә туплау менән бер рәттән эш хаҡын да ала.