Педагог белемле тракторсы. Үҙе - гүзәл зат. Көйөргәҙе районынан 26 йәшлек ҡыҙ балалар баҡсаһында эшләр урынға ауыл хужалығы тармағын күтәреүҙе һайлаған. Бөгөн ул ғаилә хужалығының йөҙҙәрсә гектар майҙанда майлы, иген культураларын сәсеүҙе тамамлап, баҫыуҙарҙы тырматыуға төшкән. Замандашыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин осрашты.
Тракторҙан Анастасия бала саҡтан төшмәй. Үҙ «ҡарлуғасында» таң һарыһынан баҫыу иңләп, ауыл хужалығын ҡайғырта. Көнбағыш майҙанын тырматыуҙы тамамлағас химик эшкәртеүгә төшәсәк. Махсус белеме булмаһа ла ул ер эшенә, техникаға атаһынан өйрәнгән. Яғыулыҡ-майлау материалдарын алмаштырыу, ремонтлау уға бер ни тормай.
Замандашыбыҙ өсөн эштең йыртығы юҡ. Бер үк ваҡытта үҙен гүзәл зат вәкиле булыуын да онотмай. Баҫыу эштәрен бирсәткәләрҙә генә башҡара, ә бирсәткә эсендә...
Анастасия баҫыу тырматҡан арала, атаһы сираттағы ауыл хужалығы агрегатын ҡора. Был ҡоролманы ла ҡыҙ ишетеп кенә белә, ғәмәлдә ҡулланғаны юҡ.
Әлбиттә, Анастасияның эшһөйәрлеге ата-әсәһенән генә түгел, өләсәһенән дә килә. Уның да хеҙмәте заманында СССР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның Почет Грамотаһы менән баһаланған. Хеҙмәт ветераны етенсе тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, бөгөн дә гөрләтеп донъя көтә.
Һөт-ит йүнәлешендә махсуслашҡан ғаилә башҡаларҙы ла ҡайғыртып йәшәй. Хәрбиҙәргә күп тапҡырҙар ылау оҙатҡан. Сөнки, ауылдан ғына махсус хәрби операция биләмәһендә 10 егет ҡатнаша. Күптән түгел улар яугирҙар өсөн ауылдаштары менән бергә картуф та сәскән. Был башланғыстарҙа әлбиттә, төбәктә тракторсы ҡыҙ булараҡ танылған Анастасияның тырышлығы ята.
Азат Ғәлиуллин