Башҡортостанға йәйге ялға Донецк халыҡ республикаһынан 149 бала килде

Улар Илеш районында урынлашҡан «Орленок» лагерында өс аҙна ял итәсәк. Йәш ҡунаҡтарҙы Өфө тимер юл вокзалында БЮТ ижади төркөмө лә ҡаршы алды.

Поездан бер-бер артлы төшкән балаларҙы «Өс бесәй» йәнһүрәт персонаждары ҡосаҡлап тигәндәй ҡаршы алды. Малай-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрендә йылмайыу, ҡулдарында сумка-рюкзактар. Донецк халыҡ республикаһынан улар Башҡортостанға тәүге тапҡыр ял итергә килгән. Илеш районында «Башҡорт Артегы» булараҡ танылыу алған һауыҡтырыу лагерында 21 көнлөк смена көтөлә.

Былтыр Башҡортостан ял-һауыҡтырыу учреждениеларына Луганск халыҡ республикаһынан мең ярымдан ашыу бала килһә, быйыл Донецкиҙан да малай - ҡыҙҙар ҡабул ителә. Квота арттырылған. Республика барлыҡ сығымдарҙы ла ҡаплай.

Лагерҙа ҡунаҡтар башҡорт балалары менән бергә ял итәсәк. Республикалар араһында дуҫлыҡ күпере тағы ла нығыныр тип көтөлә. Шулай уҡ йәш туристар өсөн мауыҡтырғыс экскурсиялар ойоштороу ҙа ҡаралған. Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина