Донъя офтальмологтары Өфөгә йыйылды

Бөгөн “Көнсығыш – Көнбайыш” тип аталған халыҡ-ара конференция башланды. Унда күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар, яңы технологиялар ҡарала. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ер шарында 1 миллиардҡа яҡын кешелә күҙ ауырыуҙары бар. Күреү һәләтен бөтөнләй юғалтыусылар 30 миллион самаһы. “Ваҡытында дауаланмаған сирҙәр һуҡырлыҡҡа килтереүе ихтимал”, - ти офтальмолог Гөлзидә Яҡупова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Халыҡ-ара конференция ике көн бара. Унда Төркиә, Һиндостан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Африка дәүләттәренән, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән 1 меңдән ашыу белгес ҡатнаша.