Ҡалтасы районында сыҡҡан ҙур урман янғынын һүндереүгә төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө ебәрелгән. Уҙған төндә эргәһендә ут ғәрәсәте тынмаған Ҡуян ауылына 30 ҡотҡарыусы һәм 3 берәмек техника юлланған.
Был турала БСТ телеканалына ведомствоның күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Петр Ильин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, әле янғын 20 гектарҙан ашыу ерҙә ҡамап алынған. Ер өтә периметр буйынса ҡаҙылып сыҡҡан. Ҡалтасы районында урман янғыны уҙған аҙна аҙағынан тынмай. Утты һүндереүҙә ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр ҡатнаша, Ка-32 янғын -ҡотҡарыу вертолеты йәлеп ителгән.