Өфөгә баш ҡаланан туризм өлкәһе бизнес-миссияһы килде

Турист операторҙары 4 көн дауакмында башҡорт коллегаларына Мәскәүҙең ябай күҙҙәрҙән йәшерен яҡтары, мауыҡтырғыс маршруттары, сәйәхәт үҙенсәлектәре тураһында һөйләйәсәк.

Осрашыуға Мәскәүҙең ике тиҫтәнән ашыу операторы һәм турист объекты вәкиле килгән. Бизнес-миссия башлыса балалар туризмына өҫтөнлөк бирә. Сөнки каникул ваҡытында был категория айырыуса иғтибарға мохтаж. Икенсенән, сиктәр ябыҡ һәм үҙ илебеҙ менән тәрәнерәк танышыу мөмкинлеге тыуҙы.

Бизнес-миссияны ойоштороусылар әйтеүенсә, тыуған яғын яҡшы белгән кеше генә уны ысын мәғәнәһендә һөйә, патриоты була ала. Башҡортостандың туризм белгестәре иһә был саранан республика өсөн отошло проекттар көтә.