Ошо уңайҙан республика район-ҡалаларында төрлө саралар ойошторола. Өфөлә «АРТ-Ҡоролтай. Балалар» форумы үтә. Унда интерактив майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, баш ҡаланың белем биреү һәм мәҙәниәт ойошмалары күргәҙмәһе була. Сарала Михаил Бартеневтың «Бишкә тиклем һанайым» спектакле күрһәтелә. Уны Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театры ҡуя.