Күңелле һәм файҙалы. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Баймаҡ ҡалаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн сағыу байрам үтте. Шат тауыштарҙан гөр килгән майҙанда олоһо ла, кесеһе лә күңел асты, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты.
Йыр-бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар. Ҡала паркында үҙенсәлекле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре йәйге каникулды ҡаршы алды. Уҡыу йылын тамамлап, дуҫтар менән күрешеп-аралашыу, ял минуттарын файҙалы итеп үткәреү өсөн улар һабантуйға йыйылды.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн сараны райондың инвалидтар ойошмаһы йыл да ойоштора. Уларҙың һәр кеме - иғтибарға лайыҡ. Шуға ла байрам концертында төп артистар, үҙенсәлекле балалар, үҙҙәре йондоҙ булып балҡыны.
Атайсалға файҙалы эштәр йылы сиктәрендә «Сәскә ат, Башҡортостан!» экологик акция ла үтте. Райондың йәмәғәт ойошмалары паркта балалар менән берлектә сәскәләр ултыртты.
Балалар ижады үҙәге, Йәш техниктар станцияһы, , Ғаилә хеҙмәте, китапхана сарала ҡатнашыусылар өсөн конкурстар, ярыштар үткәрҙе. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Бағыусылар тәмлекәстәр, уйынсыҡтар таратты.
Әлфиә Хәмитова