Башҡортостанда “Амкодор” компанияһы ике ҡеүәтле проект тормошҡа ашыра. Улар 2,5 миллиард һумға баһалана. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум барышында “Өфө” индустриаль паркында машиналар һәм иген киптергестәр етештереүгә рәсми старт бирелә. Бынан тыш, баш ҡалала “Амкодор” компанияһының сервиз үҙәге асыла. Бында коммуналь, төҙөлөш һәм махсус техника ҡарала. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы 26-28 июндә уҙа.