Радий Хәбиров етәкселегендә бер нисә министр, район һәм ҡала башлыҡтары “Башҡортостан” полкының хәрби әҙерлек үткән урынына барҙы. – Егеттәр Тыуған илебеҙҙе һаҡлау тураһында ҡарар ҡабул итте, беҙҙең маҡсат - улар өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу. Хәрбиҙәр һәйбәт йоҡларға һәм туҡланырға һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәп тейешле әҙерлек үтергә тейеш. Бында тағы киләсәкбеҙ. Егеттәрҙең хәрби рухын күтәрәбеҙ, тип яҙа социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.