Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында күңел асыу саралары, спорт күнекмәләре ойошторолдо

Бығаса спортсы тураһында ишетеп-белгән балалар бөгөн фехтование буйынса дәрестәрҙе Донъя чемпионының үҙенән алды. Аделина Заһиҙуллина уларҙы спорт төрө менән таныштырҙы, ҡағиҙәләрҙе өйрәтте. Бының өсөн һәр кемгә шпага ла таратылды. Улар, әлбиттә, уйынсыҡ. Былай ҙа ҡулдарын имгәткән балаларға әлегә шул да етә. Ә инде ҡыҙыҡһыныу көслө була ҡалһа, Олимпия чемпионы махсус спорт мәктәптәрендә шөғөлләнергә саҡырҙы.

Мәктәптәрҙә йәйге каникул әле саҡ башланып тороуына ҡарамаҫтан, дауахана аяҡ-ҡулдарын имгәткән балалар менән тулы. Бөгөнгө байрам тап уларҙың күңелен күреүгә йүнәлтелде дә инде. Сараларҙа кескәйҙәр генә түгел, ата-әсәләр ҙә бик теләп ҡатнашты.

Өфөнөң 17-се клиник балалар дауаханаһы баш ҡаланың ғына түгел, республика балаларының да дауаланыу үҙәгенә әйләнде. Күп профилле стационарҙа төрлө патологиялы сабыйҙар реабилитация һәм абилитация үтә. Донъяуи талаптарға яуап биргән медицина ҡоролмалары ла йылдам йыһазландырыла килә. Мәҫәлән, реабилитация өлкәһендә киң ҡулланылған бындай төр ҡоролма әлегә бер медицина учреждениеһында ла юҡ.

Дауаханала кескәйҙәргә беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү эше төрлө яҡлап та яйға һалынған. Бының өсөн урында тәжрибәле белгестәр ҙә, заманса шарттарҙағы ҡоролмалар ҙа барыһы ла урынында. Ваҡытында күрелгән саралар һөҙөмтәһендә балаларға дөрөҫ диагноз ҡуйыла.

Эш беҙҙең тәүлек әйләнәһенә ҡоролған. Мультидисциплинар бригада, йәғни стационарҙағы төрлө профилле белгестәр юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән, тәҙрәнән ҡолап төшөүселәрҙең һәммәһенә лә үҙ ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтә ала.

Регина Федорова, Өфөнөң 17-се ҡала клиник балалар дауаханаһы баш табибы урынбаҫары

17-се дауахана байрамда ғына түгел, тәүлек әйләнәһенә балалар һаулығы һағында. Белгестәр шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙе лә кескәйҙәргә ҡарата уяу булырға саҡыра. Сөнки балаларға даими ҡарау, иғтибар кәрәк.

Азат Ғәлиуллин