Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ҙур байрам ойошторолдо

Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын асыу тантанаһында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Байрам сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәүсе балалар Рәсәй һәм Башҡортостан гимны һүҙҙәрен яттан белә. Шуға ла улар көйҙө ишетеү менән хорға ҡушылды. Тантананы түҙемһеҙләнеп көтөп алған, малай-ҡыҙҙарҙың ҡыуаныстарының сиге юҡ.

Байрамға тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар. Бәләкәстәр аниматорҙар менән хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашҡан арала, ата-әсәләр балалары менән бергә яңы уйын майҙансығындағы шарттар менән танышты.

Ғәләнур Бохараев исемендәге паркта балалар майҙансығы дәүләт һәм бизнес партнерлығы нигеҙендә төҙөлгән. Объект төҙөлөшө намыҫһыҙ подрядсылар арҡаһында оҙаҡҡа һуҙылһа ла, район етәкселеге был етешһеҙлекте бөтөрөү юлын ыңғай хәл иткән.

Спорт майҙансығы заманса йыһазландырылған. Һәр кем бында үҙенә оҡшаған шөғөл таба ала. Самат Сәлихов кеүек әүҙем спорт менән шөғөлләнеүселәр кинәнеп турникта тартыла.

Район үҙәгендә 3500 квадрат метр майҙан биләгән парк балаларҙың шат тауышынан гөрләп торҙо. Яҡын киләсәктә бында роллидром асыу ҙа күҙаллана.

Спорт майҙансығындв ГТО нормативтарын да тапшырырға мөмкин. Тимәк, бөгөндән Миәкә районы үҫмерҙәре алдында Рәсәй кимәлендә ярыштарҙа ҙур спортсы булып танылыуға киң юлдар асыла.

Гүзәл Борханова