Унда 400-ҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ошо китап фестиваленә йыл да бара. Быйыл нәшриәт хеҙмәткәрҙәре 2 мең дананан ашыу китап - фәнни-популяр, балалар өсөн, тарихи, нәфис әҙәбиәт, һүҙлектәр, календарҙар тәҡдим итергә йыйына. Нәшриәт продукцияһын «Рәсәй төбәктәре» павильонында - 16-сы сатырҙа табырға мөмкин.