Өфөнөң Совет майҙанында шашка уйнанылар

Ике сәғәт дауамында донъяның иң көслө шашкасылары бер юлы 100 сеанс үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар билдәле гроссмейстерҙар Тамара Танһыҡҡужина, Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова менән шәхсән аралашты. Шашка таҡтаһында тәүге аҙымды Башҡортостандың Спорт министры Руслан Хәбибов эшләне.

Шашка буйынса бер юлы 100 сеанс ойоштороу республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса үтә. Балаларға һәм ата-әсәләргә бәләкәй байрам уҙғарырға булдыҡ. Был көн күңелле генә түгел, файҙалы ла үтһен.

Айнур Шәйбәков, Халыҡ-ара гроссмейстер

5-нән 13 июнгә тиклем Өфөлә шашка буйынса ШОС Халыҡ-ара турниры үтә. Ярышта 15 ил ҡатнаша. Рәсәй йыйылма командаһы, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре бәйгеһең көслө спортсылары һанала.

Бәйгелә Ҡытай, Монголия спортстылары менән ярышасаҡтар. Шулай уҡ турнирға Бразилияның иң көслө шашкасыһы Алан Сильва киләсәк. Белоруссиянан да конкурсанттар көтәбеҙ.

Юрий Черток, Рәсәй Шашка федерацияһы вице-президенты, Рәсәй йыйылма командаһы баш тренеры