Башҡортостандың эре сәнәғәт предприятиелары кадрҙар һайлай

Вакансиялар йәрминкәһе республиканың 11 ҡала-районында үтте. Иҡтисади өлкәлә төбәктең 24 компанияһы 3 мең ярым эш урыны тәҡдим итте. Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында ойошторолған кадрҙар һайлап алыуҙа 18 эш биреүсе ҡатнашты. Хеҙмәт урыны эҙләүселәр менән әңгәмә үткәрелде, компания вәкилдәре уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ошонда уҡ һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү буйынса мәғлүмәт тә бирелде.