Кушнаренко районында балыҡсыға 500 мең һум штраф һалына

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  Илмырҙа 37 йәшлек ир күлдә ау һалып һәм кәмә менән балыҡ тотҡан. 15 июнгә тиклем ыуылдырыҡ сәскән мәлдә яр буйынан ғына ҡармаҡларға рөхсәт ителә. Полиция ваҡиға буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан. Балыҡсыға 500 мең һумғаса штраф һалыныуы ихтимал.