Башҡортостан халҡы Каспий диңгеҙе курорттарында ял итә ала

“Өфө” халыҡ-ара аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, Баҡыға авиарейстар һаны арттырыла. 6 июндән Әзербайжан авиакомпанияһы осоштар яһай башлай. Ике ҡала араһында рейстар һаны аҙнаһына өс тапҡыр була. Самолеттар шишәмбе, кесаҙна һәм йәкшәмбе оса. Өфөнән Баҡыға 3 сәғәттә барып етеп була.