Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров ЛДПР рәйесе, Дәүләт Думаһының халыҡ-ара эштәр буйынса комитет етәксеһе Эдуард Слуцкий менән осрашты. Фирҡәнең Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге, һайлауға әҙерлек буйынса һөйләшеү булды. Радий Хәбиров белдереүенсә, партия ҡиммәттәре һәр ваҡыт илһөйәрлеккә һәм милли мәнфәғәттәрҙе яҡлауға нигеҙләнә. Ил үҫешенең стратегик мәсьәләләре буйынса уртаҡ тел табыла. - Башҡортостанда төбәк бүлексәһе ныҡ көслө. Республика парламентында уның фракцияһы бар. Башҡортостан һәм ил үҫеше буйынса бер йүнәлештә эшләйбеҙ, - тине Республика Башлығы. Леонид Слуцкий әйтеүенсә, Башҡортостандың сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәләрендә мөмкинлектәре ҙур. Төбәктәр иҡтисады үҫеш юлында. Һеҙҙең республика ошоға аныҡ миҫал, - тине ул.