Янғындарға бәйле хәлде “Урман һаҡлаусы” автоматик системаһы һәм пилотһыҙ осоҡостар күҙәтә. Янғын һүндереүҙә профессиональ ҡотҡарыусыларҙан тыш волонтерҙар ярҙам итә. 18 йәше тулған һәр кем ирекле янғын һүндереү дружинаһы сафына баҫа ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Петр Ильин ошо турала белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯнғынға ҡаршы махсус режим ваҡытында урманға инеү сикләнә, усаҡ яғыу, пиротехник саралар ҡулланыу тыйыла. Тәртипте боҙоусылар яуапҡа тарттырыла. Ябай халыҡҡа 20 мең, ойошмаларға 800 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.