Республикала сәнәғәт етештереү индексы Рәсәй буйынса урта күрһәткестәрҙән юғары

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Сәнәғәт етештереү индексы апрелдә 110, ә ғинуарҙан апрелгә тиклем 101,9 процент тәшкил иткән.

«Тышҡы факторҙарға ҡарамай республика сәнәғәте йылдам үҫешә. Беҙ яңы инвесторҙар йәлеп итәбеҙ, эшҡыуарҙар өсөн ярҙам саралары ойошторабыҙ. Һөҙөмтәлә төбәктә эш урындары барлыҡҡа килә, бюджетҡа һалым түләүҙәре инә. Киләсәккә ышаныслы ҡарап алға атлайбыҙ.» тип яҙған Радий Хәбиров.