Фонд махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн ил президенты Владимир Путин ҡарары буйынса ойошторолғайны. Иглин ауылында фонд бүлексәһе урындағы китапхана бинаһында эш башланы.
Социаль координаторҙар һалдаттарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына медицина ярҙамы алырға , социаль түләүҙәр юлларға, реабилитация саралары үтергә булышлыҡ итәсәк. «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды 1 июдән Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә эш башланы.