Баймаҡ районының биш белем усағында мәктәп яны лагерҙары эш башланы. Уларҙа 400 бала ял итә.
Ҡаланың көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан 5 һанлы мәктәптә көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры өсөнсө йыл рәттән уңышлы эшләй. Быйыл да уҡыуҙар тамамланыу менән 120 бала өсөн йәйге ял ойошторолдо. Улар йәш арауығына ҡарап 6 отрядҡа бүленде.
Мәктәп яны лагерҙары ата‐әсәләр өсөн дә уңайлы. Сөнки Иртәнән төшкә тиклем балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында. Лагерҙа ике тапҡыр бушлай туҡланыу ҙа ойошторолған.
Мәктәп яны һауыҡтырыу лагерҙарынан тыш, районда быйыл 85 бала өсөн ял һәм хеҙмәт лагеры булдырылған. Шулай уҡ Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан Орленокта 3 заезда 600, Граф күле турбазаһында 120 бала ял итәсәк.