Һәр йома мәсет манараларынан мосолман йәмәғәтселеген намаҙға саҡырып, аҙан тауышы яңғыраясаҡ. Шулай уҡ көслө ел һөҙөмтәһендә емерелеп төшкән 4 манараның береһе тиҙҙән кире күтәреләсәк. Мосолмандар өсөн изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан байрамына ул әҙер булыр тип күҙаллана.
«Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетенә нигеҙ 2007 йылда һалына, унан һуң проект смета документацияһына төҙәтмәләр индерелеп, төҙөлөш туҡтатыла. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, бөгөн төҙөлөш эштәре йәнләндерелде. Мәсеттең тирә-яғы тәртипкә килтерелә , иҫке ҡоймалар яңыһына алыштырыла.