Өфө ҡотҡарыусылары рәсми булмаған пляждарҙа йөрөп сыға

Һыу инеү миҙгеле  башланды. Күптәр тыйылған урындарҙа ял итә. Бындай ҡомлоҡтарҙа  даими дежур ойошторолмаған,  һыу инеү үтә  хәүефле  булыуы  мөмкин.  Инспекция  халыҡты  шул турала иҫкәртә. Бындай профилактик  рейдтар даими уҙғарыла.  Өфөлә  10 рәсми пляж бар.  Уларҙа хәүефһеҙлек  саралары  күрелә.