Башҡортостан “Китап” нәшриәте Мәскәүҙә “Ҡыҙыл майҙан” фестивалендә ҡатнаша

Әҙәбиәт һәм китап байрамы 6 июнгә тиклем дауам итә. Унда 400-ҙән ашыу нәшриәт саҡырылған. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте фестивалдә даими сығыш яһай. Ул халыҡҡа 2 меңдән ашыу әсбап тәҡдим итә. Әйткәндәй, Өфөлә уҙған аҙнала “Китап-байрам” халыҡ-ара йәрминкәһе уҙҙы. Унда Рәсәйҙең 16 төбәге һәм 6 илдән 200-ҙән ашыу нәшриәт, баҫмахана, магазин ҡатнашты. “Китап-байрам”ды йыл һайын ойошторорға ҡарар ителде.