Доставаловсылар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Александр Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальоны хәрбиҙәре ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙарҙы оҙатырға яҡындары Орджоникидзе һәм Калинин райондарының Хәрби комиссариаты алдына йыйылды.

Александр Доставалов исемендәге ирекле батальон яугиры юлға байраҡ менән юллана. Хәрби намыҫ һәм батырлыҡ символы ир-егеттәргә изге бурыс тураһында иҫкәртеү булып тора ти уҙаман. «Абу» ҡушаматлы хәрби - Советтар Союзы Ғеройы вариҫы, үҙ теләге менән ирекле батальонға ҡушылған.

Ике аҙналыҡ ял ваҡытын ир-егеттәр туғандары, ғаиләләре менән үткәрергә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе лә хәл итергә тырышҡан. Тыуған ерҙән көс туплап, ил һаҡсылары йәнә юлға сыҡты.

Ялға ҡайтҡан ирекле батальон хәрбиҙәренең был төркөмө башҡаларҙан айырылып тора. Ватан һаҡсыларының күбеһе яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Оборона министрлығының рәхмәт хаттары һәм дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.

Юл алдынан иҫтәлеккә фото, атай-әсәй нәсихәттәре, туғандарҙың изге теләктәре. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға килеүселәрҙең теләге бер - Ватан һаҡсылары тыуған яғыбыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтһын.

Махсус хәрби операция биләмәһенә ир-егеттәр республика тарафынан бүленгән автобустарҙа йүнәлде. Кире юлда ошо уҡ транспорт киләһе төркөм яугирҙарҙы Башҡортостанға ялға алып ҡайтасаҡ.

Лилиә Мәҡсүтова