Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Был юлы ирекле батальондар һәм мобилизацияланған һалдаттар башлыса хәрби техника, төҙөлөш материалдары аласаҡ. Шулай уҡ яҡындарынан шәхси посылкалар, хаттар ҙа тапшырыла.

Таһир Вәлиев тутлаған тимерҙән дә затлы, зауыҡлы әйберҙәр яһап ҡуя. Әммә әлеге мәлдә ул ябай өҫтәл эшләй. Ябай, әммә тиҙ йыйылмалы һәм көнкүреш мебеленән күпкә нығыраҡ. Өҫтәл яу яланы өсөн тәғәйенләнгән. Ауыр шарттарҙа тап ошондай өҫтәл отошло буласаҡ, тип һанай эшҡыуар.

Был өҫтәлде үҙем проектланым. Тиҙ арала ҡорорға, һалып йөрөтөргә лә уңайлы. Төп эшебеҙҙән буш ваҡытта ғына эшләйбеҙ уны. Һалдаттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып үҙгәртергә, камиллаштырырға ла ла уйлайбыҙ. Нисек тә булһа ярҙам күрҙәтергә теләйбеҙ. Әммә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, өҫтәлдәрҙе тапшырырға кәрәклеген белмәйбеҙ.

Таһир Вәлиев, эшҡыуар

Башҡортостанда махсус хәрби операцияға, Донбасс ерендә йәшәүселәргә тәғәйенләнгән ылау бер урында - Аграр урамы 8-се йорт адресы буйынса урынлашҡан берҙәм логистика үҙәгендә туплана. Бында теләгән һәр кем үҙе килеп хәрби кәрәк-яраҡтар, посылкалар ҙа тапшыра ала.

Хәрбиҙәрҙең теләгенән сығып йыйылған колонналар махсус операция барған ергә аҙна һайын тиерлек йөрөй. Был юлы ла Башҡортостан яугирҙарына һигеҙ йөк автомобиле оҙатылды. Кузовтарға ваҡ кәрәк-яраҡтарҙан тыш ҙур техника ла тейәлгән.

Әммә иң ҡәҙерле әйбер - хат. Керәҙле бәйләнеш, кеҫә телефондары, видеобәйләнеш заманы булыуға ҡарамаҫтан, һалдаттар тап яҡындарының үҙ ҡулдары менән яҙылған хаттарҙы көтөп ала. Тап улар еңеүгә ынтылыш, рух ныҡлығы, бирә, ти улар.

Айнур Кәбиров