Учалы-Мейәс юлында аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн Учалы-Мейәс юлының 19-сы километрында - Ҡаҙаҡҡол ауылы эргәһендә теркәлгән аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Kia Sportage» ҡаршы килгән «Hyundai Tucson» менән бәрелешкән.

Ике автомобилдең дә водителе һәм 5 йәшлек бала Белорет дауаханаһына оҙатылған. Ваҡиға урынында әле Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.